Урал күп йыл һуғышҡан,
Күп дейеүҙәрҙе ҡырған,
Күп тау барлыҡҡа килгән;
Урал яуға сыҡҡанда
Яңы тыуған балалар
Ат менерҙәй ир булған.
Урал барған ер буйлап,
Һыҙылып ятҡан тау буйлап
Яҡшы толпар атланған,
Яу батырҙай ҡораллы
Дүрт йәш батыр килгән, ти;
Улар артынса дүртәү
Ҡалышмайсы елгән, ти,
Килеп сәләм биргән, ти.
Беренсеһе:
– Ҡатил батша ҡыҙынан
Һинән тыуған улыңмын;
Һигеҙ йәштә ат мендем,
Ил аралап күп йөрөнөм,
Ҡыуам һинең юлыңды, ти.
Бер ерҙә бер ҡан күрҙем –
Үҙе ергә һеңмәйҙер,
Үҙен ҡоҙғон эсмәйҙер;
Йыртҡыс, ҡоҙғон йыйылып,
Көн дә килеп еҫкәйҙер.
Әсәмә ҡайтып һөйләнем,
Бар серене һораным;
Әсәм миңә әйтмәне,
Ултырып үкһеп иланы,
Ни әйтергә белмәнем,
Аптыраным-алъяным,
Серенә төшөнмәнем.
Ил аралап күп йөрөнөм,
Күп кешеләрҙе күрҙем,
Йәшен-ҡартын осраттым,
Ҡан турында һораштым.
Береһе асыҡ әйтмәне,
Былай тиеп һөйләне:
– Атаң беҙгә тәңреләй
Ярҙам итте, балаҡай,
Атаң хаҡын һаҡлайбыҙ,
Әсәң хәтерен ҡаҡмайбыҙ,
Һин – атаңдан ҡот йыйған,
Һин – әсәңдән һөт имгән,
Уларға уртаҡ бала һин,
Беҙгә дана бала һин.
Әсәңдән үтеп, балаға
Уртаҡ серен әйтмәбеҙ:
Атаң ҡәҙере хаҡына
Әсәңә ант иткәнбеҙ.
Бар, балаҡай, ҡайт, бала,
Әсәңдән һорап күр, дана,
Әсәң әйтһә бар серен,
Үҙең уйлап бел, бала, –
Тигәс, ҡайттым өйөмә,
Тағы баҡтым әсәмә,
Әсәм һис тә әйтмәне,
Минән серен йәлләне.
Мин ултырып иланым,–
Ул һаман да әйтмәне,
Урын һалып ятҡырҙы,
Йоҡлатырға бәпләне.
Мин дә һүҙен тыңланым,
Мин йоҡлаған булайым,
Ни һөйләр тип уйланым.
Мине йоҡлай типмелер,
Әллә онотопмолор,–
Әсәм үкһеп иланы,
Башын баҫып уйланды,
Ошолай тип һөйләнде:
– Уралым китте – юғалды,
Ҡабат ҡайтып килмәйҙер;
Улы етте – ат менде,
Уны атаһы белмәйҙер.
Атаһындай тыуғандыр,
Йөрәге ҡуш булғандыр.
Яуыз атам ҡандары
Әле шиңмәй яталыр,
Бала, күреп ҡайта ла,
Һорашып ҡаңғырталыр.
Инде нисек итәйем,
Әйтмәй нисек түҙәйем?
Әйтһәм, серҙе белер ул,
Атаһыны эҙләр ул,
Башын ситкә аҙҙырыр,
Мине яңғыҙ ҡалдырыр,–
Тип, әсәйем зарланғас,
Мин дә торҙом, таң атҡас.
Ҡан янына барҙым мин,
Ҡанды урап йөрөнөм мин:
– Әй, һеҙ ҡандар – ҡан икән,
Атам ҡойған ҡан икән;
Атам Урал тигәнгә,
Яу асҡандар һеҙ икән,
Батыр ҡулы тейгәнгә
Һыуынмаймы ҡанығыҙ,
Шуға тынмаймы йәнегеҙ?
Ҡанығыҙ бысраҡ булғанға,
Ҡоҙғон да эсмәй, ер йотмай,
Күпсеп ята ҡанығыҙ,
Йонсоп ята йәнегеҙ, –
Тигән һүҙем әйткәйнем,
Ҡанлы был күл ҡайнаны;
Ҡан күленән ситтәрәк
Бер аҡ ташҡа сәсрәгәс,
Ҡан ҡыймылдай башланы,
Серҙе һөйләп ташланы:
– Оло бабаң Ҡатилдың
Ҡоллап алған дүрт батыр,
Бабаң ҡушҡас, яу астыҡ,
Яуыз ҡанға олғаштыҡ.
Ер ҙә эсмәй ҡаныбыҙ,
Көн киптермәй ҡаныбыҙ,
Ҡоҙғондарҙы һорайбыҙ,
Улар ҙа эсмәй ҡаныбыҙ,
Өҙгөләнә йәнебеҙ.
Урал атаңа бар әле,
Беҙҙең зарҙы әйт әле:
Сара тапһын, терелтһен,
Уҙенә юлдаш булырлыҡ
Яуға сабыр ир итһен, –
Тигәс, серҙе белдем мин,
Әсәмә һөйләп бирҙем мин.
Әсәм уйлап торҙо ла,
Тауға ҡарай барҙы ла,
Ҡоҙғондарҙы йыйҙы ла,
Бер ҡоҙғондо оҙатты,
Һәр көн сығып күҙәтте.
Бер талай көн уҙғас та,
Ҡоҙғоно килде шау менән,
Ауыҙы тулы һыу менән.
Әсәм ҡанға төкөрттө, –
Барыһын да терелтте.
Дүрт батырға ҡарата:
– Атамда хур булһағыҙ,
Унан этлек күрһәгеҙ,
Уралға дуҫ булһағыҙ,
Атайымдың дуҫтарын
Донъянан юҡ итегеҙ;
Улым менән Уралды
Эҙләп бергә китегеҙ,
Барып сәләм әйтегеҙ.
Дүрт батырҙы эйәртеп,
– Атам – Урал икән, тип,
Урал улы – Яйыҡ, тип,
Һиңә юлдаш булайыҡ, тип,
Алыҫтан эҙләп килдем мин,
Һиңә ярҙам итергә
Билем биштән быуҙым мин,
Һинең юлды ҡыуҙым мин.
Икенсеһе:
– Минең әсәм – Гөлөстан,
Мин алтыға еткәндә,
Йылан, Шүлгән ҡабатлап
Илде талай килгәндә,
Бар кешенең ҡото осоп,
Илдән ҡасып киткәндә,
Әсәм һине уйлаған,
Шул ҡайғынан ҡалғыған.
Аяғына баҫалмай,
Урынында ятҡанда,
Илдә йылан яу аҫты,
Бөтә ерҙе һыу баҫты.
Балаһына, ҡартына
Ҡайыҡ яһап барыһына.
Барын тейәп ҡайыҡҡа,
Яңғыҙ үҙем яу астым.
Яуҙа илде бирмәгәс,
Һыуҙа берәү батмағас,
Үҙем йәш бер балалай
Күҙҙәренә сағылғас,
Зәрҡум килеп туҡталды,
Ҡылыс алып уҡталды.
Мин да ҡарап торманым,
Балаһынып ҡалманым:
Ҡылыс алып айҡаштым,
Уға һис көс бирмәнем,
Ул һуҡҡанда йығылмай,
Батырҙарҙай сайҡаштым.
Зәрҡум бик ужарланғас,
Уны яҡлап дейеүҙәр
Тағы өҫтәлеп уҡталғас,
Унда ла көс бирмәнем,
Дейеүен да, Зәрҡумды ла
Быуын-быуын тураным.
Хәлһеҙләнгән көйө тороп,
Әсәм килеп ҡул һалды,
Йәшләндереп күҙҙәрен
Былай тиеп һөйләнде:
– Атаң – Урал батырым,
Унан тыуған Нөгөшөм,
Батыр булып тыуғанһың,
Атаңа ҡулдаш булғанһың.
Мен толпарға һин, балам,
Атаңа юлдаш бул, балам! –
Тиеп әсәм, һөйҙө лә,
Толпар тотоп бирҙе лә,
Миңә юлды өйрәтте,
Мине яуға оҙатты.
Өсөнсөһө:
– Минең әсәм – Һомайҙыр,
Көндә күккә менә лә,
Нимәнелер тыңлайҙыр.
– Ай Уралым, нишләйһең?
Мин янамын – белмәйһең;
Дейеү-ендәр тупланды,
Бары бергә йопланды, –
Ил ҡаплаған диңгеҙҙе
Нисек йөҙөп сығырһың?
Ҡан дулаған дейеүҙе
Нисек еңеп сығырһың? –
Тип, аһ ороп ялбарҙы,
Үҙ алдына зарланды.
Миңә текләп торҙо ла,
Бер көрһөнөп алды ла:
– Һай, иртәрәк тыуһаңсы,
Ат менерлек булһаңсы,
Күп йыл яуҙа йонсоған
Атаңа терәк булһаңсы, –
Тиеп мине бәпләйҙер,
Үҙе һыҡтап илайҙыр;
Мине бала типмелер,
Бер ҙә серен әйтмәйҙер.
Төндә икәү ята инек,
Берәү ишеккә һуҡты,
Ишек селпәрәмә килде, –
Өйгә бер дейеү керҙе,
Әсәйемә ҡул һуҙҙы.
– Илгә ҡыран һалғандың,
Илде тар-мар ҡылғандың,
Таш аттырып ҡая тауға,
Дейеүгә ут һалғандың
Йән һөйгәне Һомаймы?
Уралға Буҙат биреп,
Тау ярҙырған Һомаймы?
Булат ҡылыс тоттороп,
Бар дейеүҙе ҡырҙырып,
Байман тапҡан Һомаймы?
Әйт тиҙерәк, шулаймы?
Хәҙер башың киҫәмен,
Кисеп ҡаның эсәмен;
Кәүҙәң утҡа атамын,
Башың ташлап Уралға,
Уны һалып ҡайғыға
Ярты көсөн аламын, –
Тип, әсәмә уҡталды.
Мине күргәс, туҡталды:
– Урал ҡотонан тыуған
Батыр бала түгелме? –
Тиеп, үҙе һөйләнде;
Әсәм бер һүҙ әйтәлмәй,
Шомға ҡалып уйланды,
Йәшләндереп күҙҙәрен,
Бигерәк мине ҡыҙғанды.
Үҙем бала тимәнем,
Һис ни уйлап торманым,
Дейеүгә мин ташландым,–
Бер башынан ут сәсте,
Бер башынан ыу сәсте.
Ул бер алды, мин – алдым,
Өҫтөнә менеп атландым.
Ҡулымда һуҡҡы юҡ ине,
Тас яланғас ҡул ине;
Шулай ҙа көс бирмәнем,
Дейеүгә юл ҡуйманым,
Тубарлата башланым.
Ҡыҫып алдым муйынынан,
Ҡан бөркөттөм ауыҙынан,
Тағы өҫтәп бер һуҡтым, –
Албырланы, ҡаҡшаны,
Баҫыр хәле ҡалманы.
Тағы ынтылып бер һуҡтым, –
Тау ҡолатҡандай иттем.
Дейеү ятып йән бирҙе,
Һарай эсе ҡан булды;
Әсәм билдән ҡан кисеп,
Һыуһаның, тип, һыу бирҙе,
Йөҙөнә шатлыҡ тулды.
– Батырҙан батыр тыуғанһың,
Атаңдай батыр булғанһың;
Кәүҙәң бала булһа ла,
Йөрәгең йәш булһа ла,
Инде үҫеп еткәнһең,
Атаң янғыҙ тилмерә,
Ауыр көндәр кисерә,
Атаң янғыҙ булмаһын.
Дошман яуы еңмәһен,
Бар атаңа, юлдаш бул, –
Тип, әсәм димләгән,
Атаһыны эҙләгән
Иҙел тигән улың мин,
Һиңә төбәп килдем мин.
Дүртенсеһе:
– Минең әсәм – Айһылыу,
Атам Шүлгән булғандыр,
Шүлгән һиңә туғандыр,
Дейеүҙәр менән киткәндер,
Аҙаҡ күп ҡан ҡойғандыр;
Яҡшыға дошман булғандыр,
Әсәм барып хур булған,
Ҡайғыһынан һары алған.
Әсәм оҙаҡ түҙмәне,
Мине саҡырып янына
Былай тиеп һөйләне:
– Ҡаранғы төн яҡтыртҡан
Айҙан тыуған бала инем,
Әсәм һөйгән дана инем;
Шүлгәнде кейәү иткәнгә
Әсәм бер йөҙ ҡапланы:
Ҡайғы баҫты йөҙөнө,
Миңдәр баҫты битене.
Көндә йөҙө үҙгәрә,
Нуры кәмеп, хурлана;
Элек көндәш булһа ла,
Ҡояштан ул нурлана.
Атайым да хурланды,
Шүлгәнгә биреп алданды,
Ҡайғыһынан китепме, –
Хәҙер күҙҙән юғалды.
Кейәүгә тигән бүләгем –
Һары толпар бирәйем;
Балам, атҡа мен, тине,
Иҙел менән кит, тине.
Урал атаң юлынан,
Балам, яуға сап, тине,
Һаҡмар батыр бул, тине,
Атаңды эҙләп тап, – тине.
Дүрт егеттең был һүҙен
Урал батыр ишеткәс,
Балалары үҫкәнен,
Батыр булып еткәнен
Үҙ күҙе менән күргәс,
Урал батыр ҡыуанған,
Ғәйрәте тағы артып,
Аҡбуҙатҡа атланған,
Аталы-уллы биш батыр,
Бер-береһенә иш батыр,
Йәнә баяғы дүрт батыр]
Дейеүгә яу башлаған,
Ҡыйратып ташлаған.
Ай һуғышҡан, ти, былар,
Йыл һуғышҡан, ти, былар
Ҡаты яуҙың береһендә
Ҡәһҡәһәне ҡолатҡан –
Диңгеҙ ярып, дулатҡан,
Асы тауыш сығартҡан,
Күк күкрәтеп, олотҡан,
Кәүҙәһен өйөп, диңгеҙҙә
Тағы бер тау яһатҡан.
Тылсымлы Шүлгән диңгеҙе
Ҡап урталай быуылған,
Һыуҙа йөҙгән дейеүҙәр
Ике яҡҡа бүленгән.
Шүлгән йүнгә килмәгән,
Ни эшләргә белмәгән,
Үҙ яғында ҡалғандың
Барыһын бергә йыйнаған,
Урал тағы юл сапҡан,
Дейеүҙәргә яу асҡан.
Ҡаты яуҙар барғанда,
Күктә уттар бөркөлөп,
Диңгеҙ һыуы эркелеп,
Һыуҙар ҡайнап торғанда,
Шүлгән, Урал икәүһе
Бер-береһенә тап булған
Икәү-ара яҫҡышып,
Төрлө яҡлап алышҡан.
Таяғы менән Уралға
Шүлгән яман уҡталған –
Утҡа өтмәксе булған,
Башына етмәксе булған.
Урал һис тайшанмаған,
Булат ҡылысын алып,
Ҡаты айбарын һалып,
Серле таяҡҡа сапҡан, –
Таяҡ киткән сәсрәп,
Күктә тауыш күкрәп,
Дингеҙ бөтөп, күл булған
Һыуһыҙ ҡалып дейеүҙәр,
Кәре китеп хур булған.
Урал тотҡан Шүлгәнде,
Аҡбуҙаты, улдары
Ҡырған дейеү, бүтәнде.
Көсө менән Шүлгән дә
Уралға кәр ҡылмаған,
Алышһа ла, түҙәлмәй,
Шунда ергә ҡолаған,
Һаҡмар килеп Шүлгәнгә
Ҡылыс менән уҡталған;
Урал тыйғас, Һаҡмар ҙа
Сапмайынса, туҡталған.
Урал халыҡты йыйған,
Шүлгәнде уртаға ҡуйған.
– Йәштән яуыз үҫтең һин,
Урлап ҡан да эстең һин –
Атам һүҙен тотманың,
Яуызлыҡҡа ыҡланың,
Яҡшылыҡты ташланың.
Ҡанда йөҙҙөң яуың менән,
Ил ҡапланың һыуын менән
Ил үртәнең утың менән.
Дейеүҙәрҙе дуҫ иттең,
Кешеләрҙе үс иттең;
Яуызлығың ат иттең,
Йөрәгеңде таш иттең,
Атам йөҙөн ят иттең,
Әсәм һөтөн ыу иттең.
Юлда юлдаш булдым мин,
Яуҙа ҡулдаш тинем мин;
Ҡыҙ һайланың – буй ҡуйҙым,
Ат һайланың – яй ҡуйҙым;
Дан эҙләргә теләнең –
Теләгеңә юл ҡуйҙым.
Ҡулыңа таяҡ тотторҙом, –
Яҡшылыҡтан күҙ йомдоң,
Ҡан ҡойорға ынтылдың;
Илде утта ҡалдырҙың,
Күпте һыуға батырҙың,
Дейеүҙәргә алданып,
Кеше ҡаны түктерҙең,
Һөттәй таҙа берәүҙең –
Күҙ ҡаралай икәүҙең
Берен димләп бирҙерҙем,
Йөрәген аҡ булыр, тип,
Һине маҡтап һөйҙөрҙөм,
Һин һүҙеңдә торманың,
Яҡшыға юл борманың,
Атам һүҙен тотманың,
Әсәм һүҙе йоҡманы.
Бөтә илде һыу иттең,
Кеше ҡанын ҡойорға
Дейеүҙәрҙе өҫкөттөң;
Ер өҫтөн дә эркеттең,
Тигеҙ ятҡан ер йөҙөн
Онҡар-шоңҡар иттерҙең.
Яманлыҡты яҡшылыҡ
Еңгәнен хәҙер белдеңме?
Кешеләрҙең донъяла
Өҫтөнлөгөн күрҙеңме?
Инде бөтә дейеүең
Йәнлеккә төйәк тау булыр,
Ҡәһҡәһәнең яуҙары –
Аяҡһыҙ ҡалған яу булыр.
Ер үбеп ант итмәһәң,
Кеше алдында баш эйеп,
Аҡ һүҙеңде бирмәһәң,
Кешеләрҙең күҙ йәшен
Үҙ өҫтөңә алмаһаң,
Атам менән күрешкәндә,
– Ғәйеплемен, – тимәһәң, –
Башын сарҙай сорғотоп,
Он-талҡандай итермен;
Күбәләктәй йәнеңде
Төнгө томан ҡылырмын;
Ҡаныңа буяп кәүҙәңде,
Әзрәҡәнән бар булған,
Ямантау тип аталған
Тауға илтеп күмермен.
Башыңа йән килмәҫтәй,
Килеп хәлең белмәҫтәй,
Яҡшылап телгә алмаҫтай,
Бер үлән-зат үҫмәҫтәй,
Бите көнгә ярылған,
Ҡасҡан-боҫҡан йыланға,
Яуыз уйлы бөркөткә,
Ҡан көҫәгән ҡоҙғонға
Ҡунып, йәнлек аңдырға
Яуыз тағы булырҙай
Ҡара ҡая итермен, –
Тигән һүҙен Уралдың
Шүлгән тыңлап торған да,
Урал ҡуймаҫ, үлтерер, –
Тип, йөрәге ҡурыҡҡан да:
– Үҙ тылсымым яһаған
Диңгеҙемдең ҡалдығы,
Уҫаллығым шомлоғо
Күлдән битем йыуайым;
Һис яуызлыҡ ҡылмаҫҡа,
Йоланан баш тартмаҫҡа,
Һинең менән берлектә,
Кешеләр менән дуҫлыҡта
Ил батыры булырға,
Илдә тыныс ҡалырға,
Урал, юлың үбәйем;
Ысын туған булайым,
Бергә торлаҡ ҡорайым,
Атам-әсәм күрәйем,
Уларға һүҙ бирәйем.
– Ҡандан үҫкән бит итең
Күлдә йыуып таҙармаҫ,
Ҡанһыраған йөрәгең
Яҡшылыҡҡа баҫалмаҫ;
Ҡанда йөҙөп, ут йотҡан
Кеше һине ишкә алмаҫ;
Кешегә асыу тарҡыған,
Ҡәһәрҙә таштай ҡатырған,
Яҡшыға ҡаршы ут булған,
Бәғерлектең тоҡомо
Тыумыштан уҡ юҡ булған
Һинең ыулы йөрәгең,
Таш иреһә лә, иремәҫ,
Якшылыҡты тиңһенмәҫ,
Кешеләрҙе ишһенмәҫ.
Кешеләрҙе һөйһәң һин,
Бергә йәшәп, ил ҡороп,
Батыр булам, тиһәң һин,
Кешеләргә дошманды
Үҙеңә ҡаршы яу һана,
Дошман ҡанын күл итеп,
Битен йыуыр һыу һана.
Кешеләргә яу асып,
Буштан-бушҡа ҡан ҡойоп,
Яуызлыҡты дан һанап,
Яҡшылыҡты хур яһап,
Олпатланып, маһайып,
Кәперәйгән тәнеңде,
Ҡарайып бөткән ҡаныңды, –
Үткәнеңде уйлатып,
Йөрәгеңде һыҙлатып,
Тәнең һыҙлап ҡағайһын,
Йәнең һыҙлап ағарһын,
Йөрәгендәге ҡара ҡан
Кибеп, ҡабат ҡыҙарһын, –
Шунда кеше булырһың,
Илдә бергә ҡалырһың,
Яуҙа батыр булырһың, –
Урал шулай тигән һуң,
Шүлгән ҡабат һораған,
Үҙ теләген һөйләгән:
– Һыбай йөрөгән арыҫланым
Ике һөрөнөп абынды,
Ике тапҡыр һуғылды,
Тәнендә ҡандар күренде,
Күҙенә уттар сағылды, –
Аяғыма йығылды.
Өсөнсө тапҡыр һөрөндө –
Миңә ҡарап үкенде,
Ҡабат инде һөрөнмәм,
Тип, арыҫланым елкенде.
Мин да ҡабат һуҡманым,
Телем менән һүкмәнем.
Ағаң булған Шүлгән дә
Ике тапҡыр юғалды,
Һөрөнгән арыҫландай,
Күңелеңә шом һалды.
Өсөнсөгә – китәйем,
Дейеүҙе тар-мар итәйем;
Ҡара йөҙөм йыуайым,
Аҡ йөҙ менән алдыңа
Килеп, ерҙе үбәйем,
Кешеләргә иш булып,
Бергә торлаҡ ҡорайым.
[Урал тынламаҡ булған,
Һуңғы ҡат һынамаҡ булған:]
– Намыҫ тапар ир булһа,
Өмөтө булмаҫ көнөнән;
Ил быуынын һанаған
Көнөн айырмаҫ төнөнән:
Йыртҡыс булған йәндәргә
Ҡара төнө көн булыр,
Күҙе ҡалғыр байғошто
Төндә аулап, шат булыр.
Кешеләргә төн ине,
Һиңә яҡты көн ине.
Ҡалғып торған кешене
Ҡырып, ҙур дан дауланың,
Кешегә дошман дейеүҙе
Үҙеңә дуҫ һайланың;
Кешенең ҡара төнөндә
Айы ҡалҡыр тимәнең,
Айы батһа, таң атып,
Көн балҡырын белмәнең.
Инде күрҙек күҙ менән
Кешегә көн килгәнен,
Дейеүең менән үҙеңә
Ҡара төндөң килгәнен;
Дейеү йөҙгән диңгеҙҙең
Ергә әйләнеп ҡалғанын,
Әзрәҡә тигән батшаңдың
Ҡаялы тау булғанын;
Уҫал да менән аҡ ҡыҙҙан
Һаҡмар батыр тыуғанын;
Йылан ейгән ирҙәрҙең,
Унда бикле ҡыҙҙарҙың
Көләс йөҙлө булғанын,
Алдыңа килеп тыуғанын
Инде күреп, ышанһаң;
Кешегә ҡаршы сайҡашып,
Яуызлыҡтан яу асып,
Мәңге еңәлмәҫеңде,
Бер туҡталып уйлаһаң,
Уҫаллығыңа баш булып,
Кешелекте һайлаһаң,
Үҙ арыҫланың һүҙенән
Өлгө алырлыҡ булһаң, –
Мин дә бер юл ҡуяйым,
Һинән яҡшылыҡ көтәйем.
Атамдың хаҡы өсөн,
Әсәмдең хәтере өсөн,
Тағы ла бер һынайым,
Теләгеңде бирәйем.